Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған концерт үтәсәк

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған концерт үтәсәк

1 июндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Балалар. Сәскәләр. Мөхәббәт» акцияһы үткәрелә.

Был көндө театр ҡарамағындағы Балалар хор студияһы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаясаҡ. Уларҙың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры спектаклдәрендә ҡатнашыуы - оло мәртәбә. 

Коллектив тәрбиәләнеүселәре тамашасыларҙы «33 һыйыр», «Ҡанатлы бәүелсәктәр», «Үҙгәрештәр еле», «Мөхәббәт донъяла идара итһен» кеүек йырҙар менән ҡыуандырасаҡ.

Йәш ҡатнашыусылар менән бергә театрҙың Бәләкәй сәхнәһенә шулай уҡ Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов, Башҡорт опера һәм балет театры солистары Артур Кәйепҡолов, Әлим Ҡәйүмов сығасаҡ, улар үҙҙәренең балалары менән дуэтта йырлаясаҡ.

Концерт бәләкәй залда киске сәғәт 7-лә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb