Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Мәҙәниәт министры менән осрашыу үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Мәҙәниәт министры менән осрашыу үтте

27 мартта – Халыҡ-ара театр көнөндә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән осрашты.

Сарала театрҙарҙың етәкселәре, БР мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы, Режиссура һәм драматургия үҙәгенән вәкилдәр ҡатнашты.

Йыйылышта театрҙы борсоған актуаль мәсьәләләр ҡаралды. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленә әҙерлек тураһында һөйләне.

«2019 йылдың 23-нән 30-сы майға тиклем «Туғанлыҡ» фестивалендә 12 республика ҡатнашасаҡ: Башҡортостан, Татарстан, Әзербайджан, Ҡазағстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Крым, Хакасия, Төркиә, Үзбәкстан, Алтай һәм Ғағауз. Фестивалдең программаһы, афишаһы төҙөлгән. Ҡатнашыусы спектаклдәрҙең ижади кимәле ныҡ юғары», – тине Олег Закир улы Ханов.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb