Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Садко» операһының премьераһы булды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Садко» операһының премьераһы булды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Николай Римский-Корсаков либреттоһы буйынса сәхнәгә сығарылған «Садко» опера-былинаһының премьераһы үтте. Спектакль ысын мәғәнәһендә уникаль: 4 сәғәтлек тамашаға театрҙың бөтә балет, опера труппалары, хор, симфоник оркестры һәм балалар хор студияһы йәлеп ителгән. Мәскәү ҡунаҡтары ла саҡырылған: премьерала «Геликон-Опера» театры артисы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Игорь Морозов Садко ролен башҡарһа, оркестр менән Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге театрынан Феликс Коробов дирижерлыҡ итте.

Бынан тыш, тамашала илдең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин да ҡатнаша. Театр сәхнәһенә тәүгә сыҡҡан спортсы Баһадир ролен башҡарҙы.

Тамашаға 400-гә яҡын костюм тегелгән. Театр рәссамы әйтеүенсә, сәхнәлә төрлө халыҡ, шул иҫәптән, башҡорт милли кейеменә нигеҙләнеп тегелгән костюмдарҙы күрергә мөмкин. Өфө тамашасыһы премьераны аншлаг менән ҡабул итте. «Садко» операһы ҡабатлап 17 һәм 18 февралдә күрһәтелә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb