Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры «Театрҙың музыкаль йөрәге» премияһына лайыҡ булды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры «Театрҙың музыкаль йөрәге» премияһына лайыҡ булды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Артем Макаров «Герцогиня.G». опереттаһын ҡуйған өсөн «Иң яҡшы дирижер» номинацияһында «Театрҙың музыкаль йөрәге» премияһына лайыҡ булды.    

Награданы тапшырыу тантанаһы Максим Дунаевский етәкселегендә 11 октябрҙә Новосибирск опера һәм балет академия театрында уҙҙы. Унда 18 конкурс һәм дүрт махсус номинацияла еңеүселәр билдәләнде.

«Театрҙың музыкаль йөрәге» репертуарындағы тик музыка-драматик спектаклдәре менән илдәге киң аудиторияға арналған беренсе һәм берҙән-бер театр проекты булып тора. Унда рок-опералары, мюзиклдар, оперетталар, музыкаль комедиялар, опера-драмалар, саундрамалар, лайт опералары ҡуйыла.

Милли фестиваль һәм премияны тапшырыу Мәҙәни инициативаларҙың президент фонды, Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, Новосибирск өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы һәм «Ҙур гастролдәр» федераль программаһы ярҙамында уҙғарыла.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры «Театрҙың музыкаль йөрәге» премияһына лайыҡ булды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb