20 ғинуарҙа, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йәнә Хәлисә Мөҙәрисованың "Бәхет хаҡы" спектаклен тәҡдим итә.
"Бәхетле булыр өсөн, кемделер бәхетле итергә кәрәк!".Был матур һүҙҙәрҙе белмәгән кеше юҡтыр бөгөнгө көндә. Нәҡ ошо һүҙҙәр "Бәхет хаҡы" спектакленең үҙәгендә торалыр.
Йылдар буйы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә барған, берсә илһамландырған, берсә сихри нурға сорнаған был мелодрамаға халыҡ ағылып йөрөй. Хатта фойеға анһат ҡына үтеп булмай.
Бәхет - бына ошолор инде, нисәмә йылдар буйы аншлаг менән барған "Бәхет хаҡы" спектакленә рәхим итегеҙ.