Кисә, 28 мартта, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың һәләк булыуына 100 йыл тулды. Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙҙың элекке Ғәлиә мәҙрәсәһе (хәҙерге Рәсәй ислам университеты) бинаһы янында Башҡортостандың яҡты киләсәге өсөн йәнен фиҙа ҡылған шағирыбыҙҙы иҫкә алыу тантанаһы үтте.
Сарала дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, журналистар, студенттар йыйылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, ғалим Мирас Иҙелбаев, “Бабич” романы авторы Наил Ғәйетбай, тарихсы Азат Ярмуллин, танылған шағирәләр Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова һәм башҡалар илһамланып сығыш яһанылар, шиғырҙар уҡынылар.
Йәш быуындың да рухлы сығыштары бөтәһенең дә күңелен йылытты. Сара шағирға асылған таҡтаташҡа сәскәләр һалыу менән тамамланды.