Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы –ҡурай бренд сифатында теркәлде

Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы –ҡурай бренд сифатында теркәлде

Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы – Башҡортостандың биләмә бренды сифатында теркәлде. Ҡурай үҫемлек булараҡ та, башҡорт халыҡ музыка ҡоралы булараҡ та Башҡортостан менән бәйле.

Ҡурай Рәсәй Федерацияһы башланғысы менән төбәк брендтарын асыҡлау һәм уны артабан теркәү буйынса эшмәкәрлектә тәүге ҡарлуғас булды. 

Ҙур һәм мәртәбәле эштең башында— танылған ҡурайсы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Азат Айытҡолов тора.

Башҡортостан респубикаһының Мәҙәниәт министрлығы 2014 йылдан башлап ошо йүнәлештә ҙур эш алып барҙы. Илебеҙҙең  символына әүерелгән милли уйын ҡоралының килеп сыҡҡан урыны билдәләнде. Патентта Өфө һәм Күмертау ҡалалары телгә алына. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb