20 октябрҙә Санкт-Петербургта 84-се йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, балет артисы, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһына (хәҙер колледжы) нигеҙ һалыусы һәм беренсе директоры Алик Биксурин мәрхүм булған.
Алик Биксурин 1937 йылдың 21 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. А.Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһын тамамлаған, 1956-76 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй.
Илебеҙ иҡтисады өсөн ауыр 1990-сы йылдар башында Башҡорт опера һәм балет театрына етәкселек итә (1988-1990 йылдар) һәм концерт ойошмаһын һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә күп көс һала.
Алик Сәлих улы Башҡортостан балетының һөнәри мәктәбен булдыра, уның сығарылыш уҡыусылары донъяның төрлө илдәрендә бейей. Ул шулай уҡ Башҡорт хореография колледжына Рудольф Нуриев исемен бирҙереүгә өлгәшә.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет порталы мәрхүмдең яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.