Башҡорт йыр сәнғәтенең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рамазан Йәнбәковҡа 85 йәш тулды

Башҡорт йыр сәнғәтенең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рамазан Йәнбәковҡа 85 йәш тулды

15 мартта башҡорт йыр сәнғәтенең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт Оҙон-көйө оҫтаһы Рамазан Фәтхулла улы Йәнбәковҡа 85 йәш тулды.

Мәшһүр йырсыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ! 

Рамазан Фәтхулла улы Йәнбәков 1934 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Сабый сағынан уҡ етемлек михнәттәрен күрә. Атаһы Фәтхулла Йәнбәков, билдәле ҡурайсы, һуғышта батырҙарса һәләк була. Әсәһе лә йәшләй генә мәрхүм булып ҡала. Башта Байыш мәктәбендә белем ала. Унан1-се Этҡол мәктәбендә уҡый. Мәктәп йылдарында уҡ художестволы үҙешмәкәрлек концерты менән сығыш яһай.

   Рамазан Йәнбәков 1-се Этҡол балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа мәшһүр оҙон көй оҫтаһы Хөсәйен Әхмәтов йәш һәләттәрҙе һайлап алыу өсөн Баймаҡҡа килә. 13 йәшлек Рамазан Буранбай йырын һуҙа. Арҙаҡлы компизитор, был егет халыҡ гәүһәре, тыуған төйәгенең рухы тип билдәләй.

   1957—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитеттың хор солисы була.

   1961 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡытыусы булып эш башлай.

   1963—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы була. Концерт бригадаһы менән етәкселек итә.

Рамазан Йәнбәков- оҙон көй башҡарыу традицияларын дауам итеүсе, үҙенсəлекле, бай һəм йомшаҡ тауышлы йырсы.

Башҡарыу манераһы йыр асылын тəрəн аңлау, уны нескə тойомлау, сағыу образлылыҡ менәнн айырылып тора. Бөтә СССР буйлап гастролдəрҙə йөрөй.

Репертуарына классик башҡорт халыҡ йырҙары «Абдрахман кантон», «Ерəн ҡашҡа», «Ильяс», «Сəлимəкəй», “Сибай”, “Уйыл”, «Шəүрə», “Элмәлек” инә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb