«Башҡорт матбуғаты» нәшриәт йортонда «Башҡортостан Республикаһы. 100 йыл» исемле баҫма донъя күрҙе

«Башҡорт матбуғаты» нәшриәт йортонда «Башҡортостан Республикаһы. 100 йыл» исемле баҫма донъя күрҙе

«Башҡорт матбуғаты» нәшриәт йортонда рус һәм инглиз телдәрендә «Башҡортостан Республикаһы. 100 йыл» («Republic of Bashkortostan 100 years») исемле баҫма донъя күрҙе.

Баҫма 22-23 мартта уҙған юбилей сараларында: «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «100 бөйөк йыл» тантаналы сараһында һәм «Торатау» конгресс-холында  «Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек» халыҡ-ара фәнни форумында тәҡдим ителде. Артабан китапты халыҡ-ара, федераль һәм төбәк сараларында күрһәтеү күҙаллана.

Йәшәү эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәреү үҫтереү, тарихи һәм аналитик мәҡәләләр миҫалында республика яңы үҫеш офоҡтарын асҡан заманса төбәк, киләсәккә ынтылған эшлекле, мәғлүмәти һәм мәҙәни үҙәк итеп күрһәтелгән.

«Баҫмабыҙ республиканың ыңғай имиджын булдырыуға, инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға, тышҡы иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итер тип ышанабыҙ», — тип билдәләнеләр «Башҡорт матбуғаты» нәшриәт йортонда.

Баҫманың электрон версияһы Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары сайттарында, башҡа мәғлүмәт порталдарында урынлаштырылған.  

  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb