Башҡорт музыканты Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда оҫталыҡ дәрестәре менән сығыш яһаны

Башҡорт музыканты Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда оҫталыҡ дәрестәре менән сығыш яһаны
Билдәле башҡорт музыканты Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сәфәр Е.Оморҙаҡов исемендәге Кустанай өлкә филармонияһы һәм өлкәнең мәҙәниәт бүлеге саҡырыуы буйынса ойошторолдо. Маэстро солист булараҡ сығыш яһаны, шулай уҡ Кустанай филармонияһының ҡаҙаҡ халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына дирижерлыҡ итте.

«Мин Нур Дауытовтың «Фатима» һәм Тәлғәт Абдрахмановтың «Салауат маршы» әҫәрҙәрен, «Булдирген» тигән ҡаҙаҡ көйөн уйнаным, — тип һөйләне Рәмил Ғәйзуллин. — Беҙҙең башҡорт халыҡ һәм авторлыҡ әҫәрҙәре Ҡаҙағстанда ҙур һорау менән файҙалана. Ҡаҙаҡтар думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, ҡумыҙ, һорнай, ятаған кеүек сиртмә ҡыллы музыка ҡоралдарын популярлаштыра. Әммә, минеңсә, тынлы уйын ҡоралдарына тейешле иғтибар бүленмәй. Шуға күрә ҡаҙаҡтар башҡорт репертуары, беҙҙең ҡумыҙҙы популярлаштырыу менән ҡыҙыҡһына. Бынан тыш, улар үҙҙәренең музыканттарын Башҡортостанға уҡырға ебәрергә әҙер. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда концерттар менән алмашырға һәм оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итәләр».

Концерттан һуң мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Рәмил Ғәйзуллинға иҫтәлекле бүләк — «Fасырлар пернесi» фестиваленең 25 йыллығы уңайынан сығарылған сувенир тапшырҙы.

Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, артистың киләсәккә ижади пландары — Волгоград өлкә филармонияһының «Егерме йыл илһам» тип аталған концертында ҡатнашыу. Н.Калинин исемендәге Волга рус халыҡ оркестрының 20 йыллығына бағышланған кисә 10 ноябрҙә үтә. Унда Ҡалмыҡстан, Монголия, Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Дондағы Ростовтан музыканттар ҡатнаша.

2017 йылда Рәмил Ғәйзуллин Татарстанға ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәренә саҡырылған. Оҫталыҡ дәрестәре Әлмәт, Яр Саллы ҡалаларында, Балтаси ҡасабаһында ойошторола.

Рәмил Ғәйзуллин — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы, республиканың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb