Башҡорт опера һәм балет театры 80-се ижад миҙгелен «Ал сәскә» балетының премьераһы менән аса

Башҡорт опера һәм балет театры 80-се ижад миҙгелен «Ал сәскә» балетының премьераһы менән аса

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 30 сентябрҙә Башҡорт опера һәм балет театрының юбилейлы 80-се ижад миҙгеле башлана. Ул «Ал сәскә» ғаилә балетының премьераһы менән асыла. Уның өҫтөндә Мәскәүҙән килгән ҡуйыусылар эшләй.  

Балеттың көйөн һәм либреттоһын Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле Мәскәүҙә эшләгән композитор Владимир Купцов яҙған. Шулай уҡ хореограф, Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Петров, сценограф Григорий Белов һәм костюмдар буйынса рәссам Ольга Полянская йәлеп ителгән.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, балет «Рус дуэты — опера һәм балет» ижади проектының бер өлөшө булып тора һәм республика Башлығының 13,5 миллион һумлыҡ грантына тормошҡа ашырыла. Сергей Аксаковтың шул уҡ исемдәге әкиәте мотивтары буйынса премьера йыл һайын ойошторолған Халыҡ-ара Аксаков байрамына арналыр тип көтөлә.

«Ал сәскә» әкиәте «Багров-ейәндең бала сағы» автобиографияһына ҡушымта булараҡ 1858 йылда авторҙың үҙе тарафынан баҫтырыла. Ф. Гартмандың көйөнә беренсе «Ал сәскә» балеты 1907 йылда Мария театрында ҡуйыла. Совет осоронда «Ал сәскә» балетының премьераһы (К. Корчмарёв музыкаһы) Новосибирск театрында 1949 йылда була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb