Башҡорт опера һәм балет театры аудиосәйәхәткә саҡыра

Башҡорт опера һәм балет театры аудиосәйәхәткә саҡыра

85-се театр миҙгеле алдынан Башҡорт опера һәм балет театры яңы диджитал-проект башлап ебәрҙе. 30 минут эсендә һәр кем Башҡорт опера театрының тарихын белә, баш ҡалала тыуып үҫкән танылған шәхестәрҙең һәм Өфөлә йәшәүселәрҙең тормошонан факттар менән таныша ала.

Аудиосәйәхәттең маршруты Театр скверында урынлашҡан «Ете ҡыҙ» фонтанынан башлана һәм яҡындағы бөтә әһәмиәтле урындарҙы үҙ эсенә ала. Улар - үҙенең кибеттәре һәм магазиндары менән Каруанһарай, Аксаков халыҡ йорто (хәҙер уның бинаһында Башопера урынлашҡан), Фёдор Шаляпин, Заһир Исмәғилев, Сергей Аксаков һәм Александр Пушкин һәйкәлдәре һәм башҡалар.

Өфөнөң билдәле артистары гид ролендә буласаҡ. Рушана Бабич, Александр Кузьменко, Асҡар Абдразаҡов, Эльвира Фәтихова, Лариса Әхмәтова, Любовь Буторина, Владимир Копытов һәм башҡа артистар ҡала һәм театр тарихы тураһында һөйләйәсәк, үткәндәргә сумырға һәм уның мөхитен тойорға ярҙам итәсәк.

Йәйәү йөрөү өсөн интернетҡа тоташтырылған смартфон, ҡолаҡсындар һәм 30 минут буш ваҡыт кәрәк. Аудиосәйәхәт бушлай, ҡулланыу өсөн һылтанма буйынса үтергә кәрәк: https://www.bashopera.ru/repertoire/concert/14117/

Проекттың авторы һәм режиссеры - Тигран Довлатбекян.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb