Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 97-се ижад миҙгелен асыҡ һауала ҙур концерт һәм Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакле менән башланы.
Йола буйынса яңы миҙгелде асыр алдынан театрҙың ижади коллективы Мәжит Ғафури һәм Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскә һала. Быйыл да, бөйөк шәхестәребеҙ һындары алдында йыйылып, артистар үткәндәрҙе иҫкә алды, киләсәккә уй-теләктәрен әйтте.
Байрам театр алдындағы майҙанда дауам итте. Гөлнара Ҡаҙаҡбаева һәм Гөлмирә Исмәғилева алып барған интерактив тамашала һәр теләгән кеше концертта ҡатнашыусы артистарға үҙ һорауҙарын бирә алды. Был мөғжизәле кистә театр һөйөүселәрҙең күңелен яратҡан актерҙары Светлана Хәкимова, Азамат Ғафаров, Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Баййегет, Фирүзә Аллаярова, Артур Ҡунаҡбаев, Морат Рафиҡов, Урал Әминов асты.
Тамашалағы йылы аралашыу йыр-моң менән үрелеп барҙы. ...Тышта һалҡын көҙ, әммә эстә - йөрәктәргә йылы өргән, илаһи көс өҫтәгән, сихри театраль мөхит батшалыҡ итте.
Спектакль алдынан театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов тамашасыларҙы 97-се ижад миҙгеле асылыуы менән ҡотланы һәм быйылғы миҙгелдең сағый ваҡиғаларға бай булырын әйтеп үтте.