«Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ» социаль видеороликтар конкурсы иғлан ителде. Ул социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.
Конкурсты ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, БР мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы һәм БР мәҙәниәт министрлығы. Маҡсаты – технологиялар һәм интернет заманында туған (башҡорт) телде өйрәнеү проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
Конкурста еңеүселәр шәп бүләктәр ота ала:
1-се урын — Apple iPhone 11,
2-се урын — Ноутбук,
3-сө урын — Планшет.
Тамашасылар һөйөүе призы – смартфон өсөн стабилизатор. Тамашасылар һөйөүе призы социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү юлы менән билдәләнә.
Социаль ролик авторҙары видеоматериалдарҙа авторлыҡ титрҙарын күрһәтергә тейеш. Реклама материалдарын файҙаланыу тыйыла. Конкурсҡа эштәрҙе 2020 йылдың 10 декабренә тиклем тапшырырға кәрәк.
Социаль ведороликтарҙың миҫалдары: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8.
Ҡатнашыу өсөн:
— fondbash@bk.ru электрон почтаһына ғариза ебәрергә,
— хаттың темаһына «Конкурсҡа эш» тип яҙырға һәм исем-шәрифте күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән: Конкурсҡа эш, Садиҡов А.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре:
1. Бәйләнештә: https://vk.com/bash_fond,
2. Инстаграм: https://www.instagram.com/bash_fond.