23 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһы уҙғарыла. Һеҙҙең иғтибарға диктант яҙыуҙы ойоштороу тәртибен тәҡдим итәбеҙ.
«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» онлайн һәм офлайн форматта ойошторола.
11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, Телеграм-каналда диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлайҙар:
– 11.00-11.25 сәғәт арауығында – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
– 11.30-12.00 сәғәттә – башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
– 12.05-12.30 сәғәт арауығында – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
Быйыл башҡорт телендә иркен аралашҡан кешеләр өсөн тексты Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев уҡый. Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Ишдәүләтов. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар М. Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Нуриева етәкселегендә диктант яҙасаҡ.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамлағас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп (сканер аша үткәреп), 2022 йылдың 24 апреленең төнгө 23.59 сәғәтенә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.
Диктантты онлайн режимда яҙыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, тура эфирҙың видеояҙмаһын рәсми сайтта 2022 йылдың 24 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ҡарарға мөмкин. Теләге булғандар эфирҙың ҡабатланыуын ҡарап та яҙа ала.
Төп оффлайн майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ойошторола.
Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеген сайтта https://bashdictant.ru/ ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ сайтта оффлайн майҙансыҡтарҙы теркәү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Теркәлгәндән һуң улар «Бөтә майҙансыҡтар» бүлегендә сағылыш табасаҡ.