Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл ҡасан һәм нисек уҙа?

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл ҡасан һәм нисек уҙа?

17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙа. Акцияның даирәһе йылдан-йыл киңәйә: 2019 йылда диктантты 60 мең кеше яҙһа, 2025 йылда ҡатнашыусылар һаны 405 меңгә етте.

Быйылғы диктанттың текст темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арнала.

Акция онлайн һәм офлайн форматта уҙасаҡ. Онлайн-диктан «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Тамыр» (башланғыс кимәл) телеканалдарында, «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ Акцияның рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә уҡыла.

Шулай уҡ Рәсәй федерацияһы субъекттарында, сит илдәрҙә, Башҡортостан Республикаһы райондарында һәм Өфө ҡалаһы ойошмаларында офлайн-ҡатнашыу өсөн майҙансыҡтар ойошторола. Акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.

«Быйылғы акцияның үҙенсәлеге шунда: онлайн-форматта ебәрелгән һәм компьютерҙа йыйылған эштәрҙе яһалма зиһен тикшерәсәк. Беҙ технологияларҙы туған телебеҙҙе үҫтереү хеҙмәтенә ҡуйҙыҡ», – тип белдерә ойоштороусылар.

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм теркәлеү https://bashdictant.ru/ сайтында.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл ҡасан һәм нисек уҙа?
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл ҡасан һәм нисек уҙа?
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл ҡасан һәм нисек уҙа?
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл ҡасан һәм нисек уҙа?

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb