Республика 26-сы тапҡыр Рәсәй төбәктәре һәм сит ил фоторәссамдарын бергә йыя. «Тәбиғәт, кеше, мәҙәниәт» тип аталған халыҡ-ара акция сиктәрендә улар Башҡортостан менән таныша. Мауыҡтырғыс сәфәргә сығыу алдынан фотообъектив оҫталары «Башҡортостан - тыуған илем» фотокүргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты.
Акцияның маҡсаты Башҡортостанды донъя күләмендә танытыу. Сәфәр һөҙөмтәләре буйынса күргәҙмә ойоштороу һәм «Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән» тип аталған фотоальбом сығарыу ҡарала.