Рус география йәмғиәте мөхбир ағзаһы, яҙыусы һәм сәйәхәтсе «Урман баһадиры» премияһын булдырыусы һәм уның бағыусыһы, А. Чехов, В. Шишков, С. Злобин, Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге А. Толстой исемендәге һәм башҡа премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Камил Йыһаншин Аргентиналағы Аконкагуа тауы башына Башҡортостан флагын ҡаҙаны. Тау 6962 метр бейелектә, ул Көьяҡ Америкалағы иң бейек нөктә иҫәпләнә.
Яҙыусы булараҡ Камил Фәрухша улының – «Маха, йәки һуҫар тормошо», «Йомарт Буге», «Боцман», «Тайга хикәйәләре», «Алдан алтыны» әҫәрҙәре билдәле. Был әҫәрҙәрҙә автор йәнлектәр, йыртҡыс хайуандарҙың ҡылыҡтары һәм кешеләрҙең уларға ҡарата мөнәсәбәте хаҡында һөйләп кенә ҡалмай, ә ысын-ысынында мауыҡтырғыс рәүештә кешегә ауыр һәм хәүефле хәлдәрҙән ҡотолоу өсөн ихтыяр көсө, тәүәккәллек тә кәрәклеген аңғарта. Һуңғы әҫәре − юғары кимәлдә яҙылған «Алдан алтыны» дилогияһы беҙҙең илдә генә түгел, сит ил уҡыусыларында ла бик ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.