6 февралдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтә. Билдәле шәхестәр, дуҫтар һәм туғандар, танылған сәнғәт әһелдәре йыйылған хәтер кисәһе 19.00 сәғәттә башлана.
Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылда Учалы районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында башлай һәм ғүмер буйы шунда эшләй. Тыңлаусылар уның матур, бәрхәт тауышын яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар буйынса белде, ул күп кенә ваҡиға урындарынан, байрамдарҙан, хөкүмәт сараларынан һәм концерттарҙан тура эфир алып барҙы.
Хәләл ефете, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе.
Һөнәрҙәштәренә ул өйрәтеп ебәрергә, кәңәш менән ярҙам итергә һәм тәжрибә уртаҡлашырға һәр саҡ әҙер булған уҡымышлы, изге күңелле өлкән дуҫ булараҡ хәтерҙә ҡалды.