Башҡортостан делегацияһы “Рәсәйҙең данлы күпере” акцияһында ҡатнашты

Башҡортостан делегацияһы “Рәсәйҙең  данлы күпере” акцияһында ҡатнашты
“Рәсәйҙең данлы күпере”. Өфө-Ҡырым.

Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған проект Белорет һәм Ялта ҡалаларының үҙәкләштерелгән китапханалар системалары инициативаһы буйынса ойошторолдо.

Башҡортостан, Силәбе өлкәһенән ҡырҡҡа яҡын китапхана, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре Ҡырымға барып ҡайтты.

Аҙна дауамында барған акцияла ҡатнашыусылар автобус менән биш мең ярым километр юл үткән.

«Дюльбер» шифаханаһында ғилми-практик конференцияла ҡатнашып, әүҙем сығыш яһанылар.

Шулай уҡ Ялта ҡала Советының депутаттары, йәмғиәт ойошмалары етәкселәре, шағирҙар, яҙыусылар һәм артистар менән осраштылар.

“Рәсәйҙең данлы күпере”акцияһы, ысынлап та, дуҫлыҡ күперенә әүерелде. Ҡырым ҡалаларының китапханасылары менән осрашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай сәйәхәт һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр һаҡлар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb