Башҡортостан Хөкүмәтендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде

Башҡортостан Хөкүмәтендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде

Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты хәбәр итеүенсә https://pravitelstvorb.ru, 10 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда журналистика өлкәһендә 2017 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл конкурсҡа 11 номинанттың һәм ике ижади коллективтың эше тәҡдим ителде. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡотланы.

— Премияны Республика көнө алдынан тапшырыу мәртәбәле, сөнки журналистарҙың, дүртенсе властың республиканың социаль-иҡтисади һәм рухи үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, - тине Премьер-министр. -  Был премия – ҡаҙаныштарҙы таныу, үҙенең ҡаурыйы, оҫталығы менән бөтә донъяға республика тормошо, уның уңыштары, ҡыҙыҡлы кешеләр, тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында иң кәрәкле, дөрөҫ мәғлүмәтте еткергәндәрҙең етди конкурсы. Беҙ быны ҡәҙерләйбеҙ һәм үтә мөһим тип иҫәпләйбеҙ.

 Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Марина Вороноваға, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Ишморатоваға (Аралбаева) һәм Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры Фәнил Күзбәковҡа тапшырылды.

Бөгөн премия лауреаттары Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуған төйәгендә тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн Күгәрсен районына юлланды.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb