Кисә Башҡортостан Милли музейында «Йәйғор сыҡҡанда» тип аталған күргәҙмә асылды.
Экспозиция авторҙары - Өфө районының «Йәйғор» балалар ижады студияһы тәрбиәләнеүселәре. Күргәҙмәлә 12 йәштән 15 йәшкәсә малай-ҡыҙҙарҙың иллегә яҡын эштәре тәҡдим ителгән. Авторҙар- Өфө районының Нурлы ауылында йәшәүсе мәктәп уҡыусылары. Студия етәксеһе-Ғилметдинова Нәфисә.
Экология йылына арналған экспозицияла Башҡортостан тәбиғәте сағылыш тапҡан. Музей етәкселеге айырыуса күргәҙмә авторҙарының кейеҙҙән яһаған эштәрен юғары баһалай. Ижад емештәре һәр береһе үҙенсәлекле. Уларҙа ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ ярылып ята. Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!