Бөгөн, 2 июндә, Ташкент ҡалаһында Үзбәкстанда йәшәүсе яҡташтарыбыҙ өсөн халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре башланды. Уларҙы Башҡортостан оҫталары үткәрә.
Башҡорт кейемен тегеү һәм башҡорт кейеме элементтарын эшләү буйынса белгес Хәмдиә Дәүләтова башҡорт кейеменең традицион комплекстары һәм күкрәк биҙәүестәре хаҡында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар ҡоро кейеҙ баҫыу, башҡорттарҙың биҙәүестәре хаҡында бай мәғлүмәт алды.
Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов башҡорт милли музыка ҡоралдары – ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа нисек уйнарға өйрәтте.
Мәҙәни саралар алып барыусы булараҡ билдәле Инвир Хисаметдинов ораторлыҡ сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Ватандаштарыбыҙ өсөн оҫталыҡ дәрестәр 3 һәм 4 июндә лә дауам итәсәк.
2023 йылдың 4 июнендә Ташкент ҡалаһының Мирзо Олуғбәк исемендәге «Central Park» мәҙәниәт һәм ял паркында һабантуй милли байрамы үтәсәк. Тантаналы сараларҙа башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов ҡатнашасаҡ.