Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына – 100 шәхес

Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына – 100 шәхес

Республика дәүләтселегенә ҙур өлөш индергән милләттәштәребеҙ исемлеге “Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына – 100 шәхес” бәйгеһе тамамланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект киң яҡлы эшмәкәрлеге, ижады менән тарихта яҡты эҙ ҡалдырған, республиканы үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр өсөн тауыш биреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Республиканың 100 йыллығына арналып,  2019 йылға тиклем бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыласаҡ бәйгегә 10 меңдән ашыу кандидаттың исеме тәҡдим ителде. Махсус комиссия был исемлектән 200 кешене һайлап алды. Икенсе этапта 100 шәхес исемлегенә улар араһынан интернетта иң күп тауыш йыйыусылар инде. 100 шәхес араһында бер генә осраҡлы кеше лә юҡ. Уларҙың барыһы ла  республика үҫешенә тос өлөш индереүселәр.

Исемлектә Зәки Вәлиди, Шәриф Манатов, Юныс Бикбов, Мстислав Ҡулаев, Илдархан Мутин, Шәйехзада Бабич, Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм башҡалар бар.

Шулай уҡ оло шәхестәр тыуып үҫкән райондарҙа мәңгеләштереү эштәре алып барыласаҡ. Урамдарға исемдәрен биреү, һәйкәл йәки таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Шәхестәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында документаль фильмдар төшөрөү, китап нәшер ителеү ҡаралған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb