2001 йылдың 1 октябрендә БР Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының тәүге концерты уҙа. Төбәгебеҙҙең ғорурлығына әүерелгән үҙенсәлекле коллективтың тарихы шул көндән алып яҙыла башлай ҙа инде. Кисә, 20 октябрҙә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур сәхнәһендә оркестр юбилей кисәһен үткәрҙе.
Коллективты ҡотларға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килгәйне. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Үҙенең сығышында Әминә Ивний ҡыҙы оркестрҙы булдырған шәхестәрҙең исемен телгә алды.
«Егерме йыл элек ошондай һоҡланғыс оркестрҙы ойошторорға тигән бик аҡыллы ҡарар сығарылған. Был ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының элекке мәҙәниәт министры Тәлғәт Сәғитов ҡабул иткән. Оркестрҙың ойоштороусыһы һәм тәүге етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәмил Ғәйзуллин. Егерме йыл коллектив ябай булмаған юл үтте һәм бөгөн төрлө сәхнәләрҙә балҡый, тәжрибәләрҙән һәм яңылыҡтарҙан ҡурҡмай, шул уҡ ваҡытта матур традицияларға тоғро ҡала», - тип билдәләне Әминә Шафиҡова.
Юбилей кисәһендә оркестр артистары Дмитрий Анисимов, Ирина менән Вадим Логиновтар, Руслан Рахманғолов һәм Гүзәл Үмәрғәлина Башҡортостандың музыкаль сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исемдәренә лайыҡ булды. Награданы улар мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡулынан алды.
Тамаша ике өлөштән торҙо. Данлыҡлы коллектив төрлө йүнәлештәге көйҙәр менән һөйөндөрҙө: башҡорт халыҡ моңдары, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре, саундтректар, классик музык, заманса композициялар яңғыраны был кистә. Концертта БР-ҙың Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт хор капеллаһы, «Арғымаҡ» төркөмө, Башҡортсотандың күренекле сәнғәт әһелдәре Азат Айытҡолов, Азамат Тимеров, Римма Амангилдина, Азат Биксурин һәм башҡалар ҡатнашты.
Юбилей концертының яҙмаһын һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.