Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 30 декабргә тиклем Ҡыш бабай почтаһы эшләйәсәк. Ҡала һәм район почтамты ҡарамағындағы барлыҡ үҙәк элемтә бүлексәләрендә махсус почта йәшниктәре ҡуйылған.
Ҡотлауҙарҙы һәм теләктәрҙе көн һайын алыу ҡаралған. Хаттарҙы ошо адресҡа яҙырға кәрәк: 162390, Рәсәй, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг ҡалаһы, Ҡыш бабай почтаһы.