Ҡатнашыусыларҙың башҡорт, рус һәм татар телендәге ҡульяҙмалары республикабыҙҙың билдәле әҙиптәре тарафынан тикшереләсәк һәм баһаланасаҡ, кәңәштәр биреләсәк. Шулай уҡ проект барышында йәш ижадсыларға оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, төрлө осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.
Һөҙөмтәлә ҡатнашыусылар араһынан 30 иң өмөтлө йәш ижадсы һайлап алынасаҡ һәм проект еңеүсеһе итеп билдәләнәсәк. Улар өсөн баш ҡалабыҙ Өфөлә бүләкләү тантанаһы үтәсәк, музей һәм театрҙарға сәйәхәт, халыҡ шағирҙары менән осрашыуҙар ҡаралған. Был йәштәр Башҡортостан Яҙыусылар союзының Йәштәр бүлеге исемлегенә индереләсәк һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Уларҙың ижады тупланған айырым йыйынтыҡ сығарыу ҙа күҙ уңында тотола.