Бөгөн Нефтекама ҡалаһында, урындағы филармонияла Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған арҙаҡлы башҡорт шәхесе Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 127 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли семинар, ҡала мәктәптәрендә, ошо темаға арналған асыҡ дәрестәр үтте.
Ғилми-ғәмәли семинарҙа Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларынан тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша. Зәки Вәлидиҙе Рәсәй төбәктәрендә һәм Ҡаҙағстанда хөрмәтләп иҫкә аласаҡтар.
Санкт-Петербургта “Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл” тип аталған интеллектуаль уйын, “Башҡорт милли кейеме” костюм парадын ойоштороу һәм “Бабич” фильмын ҡарау планға индерелгән Ханты-Мансы автономлы округындағы яҡташтарыбыҙ Төмәндә ошо уңайҙан концерт, Сорғотта спорт турниры ойоштора. Астанала “Беҙҙең лидер – Зәки Вәлиди” тип аталған түңәрәк өҫтәл әҙерләйҙәр.