Башҡортостанда 2018 йылда ниндәй яҙыусыларҙың юбилейҙары билдәләнәсәге асыҡланды. Республика Хөкүмәтенең бойороғо рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының башланғысы буйынса, 2018 йылда Назар Нәжмиҙең, Яҡуп Ҡолмойҙоң, Ибраһим Ғиззатуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған әҙәби саралар үтәсәк.
Республика билдәле яҙыусылар Мәрйәм Бураҡаеваның 75 йәшен, Фәрит Әхмәҙиевтың һәм Айһылыу Ғарифуллинаның 50 йәшен байрам итергә йыйына. Документҡа ярашлы, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың тормошон һәм ижадын республика киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуҙы тәьмин итә. Яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың юбилейҙарына арналған сараларҙы үткәреү менән бәйле сығымдарҙы республиканың Мәҙәниәт министрлығы башҡара.