Башҡортостанға Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан килде
19 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советы президенты (CIOFF) Филипп Боссан һәм CIOFF ойошмаһының мәҙәниәт эштәре буйынса вице-президенты Алехандро Камачо Гонсалес, шулай уҡ Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова менән осрашты.
Осрашыу барышында 2020 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя Фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек мәсьәләләре буйынса фекер алышынды.
Өфөлә 2020-се йылда Бөтә донъя Фольклориада фестивален үткәреү тураһындағы ҡарар Перу ҡалаһында ЮНЕСКО-ның фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт Халыҡ-ара советы Бөтә донъя Ассамблеяһында ҡабул ителде. 2016-сы йылғы Фольклориаданы Мексика ҡабул итте. Ойошмаға барыһы планетаның 111 иле индерелгән. Сара асылғас, төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар республика буйлап тараласаҡ, барлыҡ ҡалаларҙа, муниципалитеттарҙа фестиваль үтәсәк.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостанда фольклорҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә, һәр бер ауыл клубының, мәҙәниәт һарайының үҙ ансамблдәре бар. Үҙешмәкәр түңәрәктәр ҙә, профессиональ ансамблдәр ҙә уңышлы эшләй. Башҡортостан илдең иң ҡеүәтле төбәктәренең береһе, халыҡ һаны буйынса етенсе урында тора. Ауыл хужалығы, сәнәғәт тармағы ныҡлы үҫешкән. Халыҡ-ара кимәлдәге саралар даими үтә, фольклориаданы ҡабул итеү сөсөн мөмкинлектәр етерлек, әле әҙерлек бара, тине Республика башлығы.
Фольклориада, йәғни фольклор фестивале 1996 йылдан ойошторола. Мәҙәни сара дүрт йылға бер үтә, ошоға тиклем ул Нидерландтарҙа, Японияла, Венгрияла һәм Көньяҡ Кореяла уҙған. 2020 йылда күләмле тамашаны Башҡортостан ҡабул итә. Халыҡ-ара совет ағзалары фекеренсә, тап беҙҙең төбәкте һайлау осраҡлы түгел, республика бай милли-мәҫәни ҡомартыҡылары менән дан тота.
Филипп Боосан, фольклор фестивалдәрен һәм традицион сәнғәтте ойоштороу буйынса халыҡ-ара советтың вице президенты: «Фольклориаданан һуң Башҡортостандың мәҙәни хазиналары хаҡында бөтә донъя беләсәк. Өфөнө килеп күрергә теләүселәр күп, һеҙҙең халыҡтың ҡунаҡсыллығы хаҡында бик яҡшы беләбеҙ».