Башҡортостанда «Боронғо Өфө» археология паркы булдырыласаҡ

Башҡортостанда «Боронғо Өфө» археология паркы булдырыласаҡ

Башҡортостанда «Боронғо Өфө» археология паркын булдырыу концепцияһы раҫланды. Хөкүмәттең тейешле ҡарарына Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. 
«Боронғо Өфө» археология паркы федераль әһәмиәттәге «Өфө-II ҡаласығы» археология ҡомартҡыһы биләмәһендә урынлашасаҡ. Парк булдырыуҙың төп маҡсаты – археологик мираҫ объектының һаҡланыуын тәьмин итеү һәм уны популярлаштырыу.

Өфө – II ҡаласығы-баш ҡаланың үҙәгендә, хәҙерге Пушкин, Яңы күпер урамдарында, Салауат Юлаев проспектының башында урынлашҡан. Был ҡаласыҡ I быуатта уҡ төҙөлгән һәм XV – XVI быуаттарға тиклем һаҡлан­ған. Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында хәҙерге Өфө йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала Башҡорт (Башкирти) тип атала. Ҡаҙыныуҙар барышында монументаль архитектура объекттары – нигеҙенең киңлеге – 10 метр, бейеклеге 4 – 5 метрға еткән ҡеүәтле диуар, тәрән һәм киң соҡор, тура мөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡ эҙҙәре, уртаса киңлеге 2 метр, оҙонлоғо 50 метрҙан ашыу ағас күпер, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы ҡалдыҡтары табылған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb