28 ғинуарҙа Ғафури районында «Красноусол» курорты биләмәһендә «Еҙем-Фест. Рәсәй халыҡтары уйындары» төбәк-ара фестивале уҙасаҡ.
Сараның спорт уйындарына арналған өлөшөндә «Мәргән уҡсы» башҡорт уғынан атыу буйынса ярышы, «Бәйге» форматында башҡорт күпбәйгеһе һәм Бөрө уҡсыларының «Русские забавы» программаһы ҡаралған
«Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән командалар үҙ-ара ярышасаҡ, бөтәһе 150 ҡатнашыусы, - ти фестивалде ойоштороусы, «Тархан» туроператоры етәксеһе Илдар Бикҡужин. - Фестивалгә тамашасылар сифатында биш йөҙгә яҡын кеше килер тип көтәбеҙ. Өҫтәүенә бөтә илдән туристик тармаҡ вәкилдәре йыйыласаҡ, улар Өфө һәм Башҡортостан менән танышыу маҡсатында килә».
Ойоштороусылар тамашасылар өсөн бай программа әҙерләгән: атта һәм санала йөрөү, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм ғаилә менән күңелле старттар. Майҙансыҡта һөнәрселәр йәрминкәһе һәм аш-һыу менән саҡҙа итеү урындары эшләй.
«Еҙем фест. Рәсәй халыҡтары уйындары» марафоны барышында «Бишбармаҡ» кулинария студияһы үҙенсәлекле яңылыҡ – заманса бишмармаҡ тәҡдим итәсәк.
Фестивалдә ҡатнашыу бушлай. Саралар көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Ойоштороусылар фестивалгә нисә ҡунаҡ килеүен күҙаллаһын өсөн махсус һылтанма буйынса теркәлеү һорала: https://forms.yandex.ru/u/6398a34973cee708cd4559f3/. Теркәлеү үткән һәр кем бүләк аласаҡ.
«Красноусол» шифаханаһына тиклем трансфер ойоштороласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт менән фестивалдең рәсми төркөмөндә танышырға мөмкин: https://vk.com/zilimfest.
Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.