Башҡортостанда китапхана белгестәре өсөн һанлы технологиялар аҙналығы үтә

Башҡортостанда китапхана белгестәре өсөн һанлы технологиялар аҙналығы үтә

2021 йылдың 25 октябрендә Башҡортостан Республикаһында БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы ойошторған дөйөм ҡулланыштағы китапханалар белгестәре өсөн һанлы технологиялар аҙналығы башланды. Унда республиканың 600-ҙән ашыу китапханасыһы ҡатнаша ла инде.

Һанлы технологиялар аҙналығын үткәреү 2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһы Китапхана эшен үҫтереү стратегияһында ҡуйылған китапханаларҙың мәғлүмәти технологияларын һәм һанлы трансформацияһын үҫтереү буйынса көнүҙәк проблемаларҙы тикшерергә мөмкинлек бирәсәк.

Аҙналыҡ сиктәрендә китапханаларҙа һанлы мөхит ойоштороу, уҡыусылар менән алыҫтан тороп эшләү һәм электрон ресурстарҙы дөйөм ҡулланыштағы китапханаларҙа файҙаланыу, сараларҙы онлайн-трансляциялау, интерактив китап-күргәҙмә һәм виртуаль тыуған яҡты өйрәнеү проекттары булдырыу, шулай уҡ һанлы технологиялар ярҙамында ҡулланыусыларҙың хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Вебинарҙарҙа Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының бүлек хеҙмәткәрҙәре, Екатеринбург, Өфө, Стәрлетамаҡ китапханалары белгестәре лә һанлы технологияларҙы дистанцион форматта файҙаланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Сара 2021 йылдың 29 октябренә тиклем һанлы технологиялар өлкәһендәге китапханалар белгестәренә методик ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ йәштәр өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы ойошторған "Йәштәр һанлы технологиялар аҙналығы" Бөтә Рәсәй китапхана акцияһына әҙерлек сиктәрендә ойошторола.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb