1 июнь көнө Бөрө ҡалаһында Марый мәҙәниәте көндәре башланды. Байрам итеү сиктәрендә I Марый халҡы съезының 100 йыллығына арналған «Марый халҡының этномәҙәни оҡшашлығын булдырыуҙа мәҙәниәт һәм мәғарифтың роле: тарихи боронғолоҡ» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең эске сәйәсәт буйынса етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов конференцияла ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү ахтын уҡып ишеттерҙе. Унда былай тиелә: «Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостандың күп милләтле халыҡтары исеменән «Марый халҡының этномәҙәни оҡшашлығын булдырыуҙа мәҙәниәт һәм мәғарифтың роле: тарихи боронғолоҡ» ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән сәләмләйем. Башҡортостандың нәҡ ошо урынында 1917 йылда марый халҡының беренсе съезы уҙҙы. Уның делегаттары Рәсәй халыҡтары ғаиләһендә марый этносының киләсәген билдәләүесе бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашты».
«Шул ваҡыттан алып теүәл бер быуат ваҡыт үтте. Башҡортостан марыйҙары туған телен, үҫенә генә хас мәҙәниәтте, бай йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалды. Дәүләт власы, урындағы үҙидара һәм республикалағы марый йәмәғәтселегенең уртаҡ ярҙамы менән марыйҙар туған телен өйрәнһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, — тиелә республика Башлығының Башҡортостан ерендә йәшәүсе марыйҙарҙы тормошо хаҡындағы телмәрҙә. — Марый филологияһына нигеҙ һалыусы Валериан Васильевтың, йәмәғәт эшмәкәре Николай Алексеевтың, марый әҙәбиәте классигы яныш Ялкандың, композитор Алексей Искәндәровтың музейҙары асылған. «Эрвел Марий» төбәк марый милли-мәҙәни автономияһы ҙур эш алып бара. Марый мәҙәниәте көндәренең саралары милли мәҙәниәттәрҙе үҙ-ара байытыуға, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә».
Бөрөгә Мари Иле Республикаһынан 103 кешенән торған делегация килде, 140-таған кеше Башҡортостандан марый мәҙәниәте менән таныштырҙы. Конференция башланыр алдынан унда ҡатнашыусылар һәм байрам ҡунаҡтары музейҙа һәм марыйҙарҙың тормошона арналған майҙансыҡтарҙа һәм күргәҙмәләрҙә булды. Марый халҡының I съезына йөҙ йыл тулыу уңайынан мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалынды. Кискеһен Ҡала мәҙәниәт һарайында байрам концерты үтте. Йома көндө, 2 июндә, Ҡалтасыла «Ший кандра» («Көмөш бау») традицион көнсығыш-марый бейеүе фестивале уҙа.
Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/1006369/