Башҡортостанда оло йәштәгеләр араһында “Мин яратам һине, тормош!” фестивале дауам итә. 18 апрелдә ижади конкурстың зона этабы Архангель районында уҙҙы. Сарала Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Хәйбулла, Белорет, Архангель райондарынан, Межгорье, Сибай ҡалаһынан һәүәҫкәр артистар ҡатнашты.
Хаҡлы ялдағылар йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте, шулай уҡ ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторолдо. Фестивалдә 55 йәштән өлкәндәр сығыш яһаны. Һайлап алыу этаптары республиканың ете зонаһында үтәсәк.