Башҡортостанда «Оҙон көй» төбәк-ара халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙа

Башҡортостанда «Оҙон көй» төбәк-ара халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙа
9-11 ноябрҙә республикала «Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үткәрелә. Илдең күп кенә төбәктәренән йөҙгә яҡын йырсы Туймазы ҡалаһындағы «Родина» мәҙәниәт һарайына йыйыла.

Бәйгенең маҡсаты — талантлы йырсыларҙы асыҡлау һәм пропагандалау, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау.

Күләмле сараны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте ойоштора.

Туймазыла «Оҙон көй» йыр байрамын үткәреү тәжрибәһенең тарихы бай. Киләһе йылда уға егерме йыл тула. Башҡорт халыҡ йырҙарын яратыусылар тәүге тапҡыр I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын, Башҡорт фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышында 1997 йылда йыйылғайны. Бәйгене ойоштороусылар булып урындағы хакимиәт һәм башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты сығыш яһаны. Сара ҡала кимәлендә уҙғарылды. Унда 10 йәштән өлкән 26 йырсы ҡатнашты.

Конкурстың даны тиҙ арала бөтә төбәккә таралды. Бер йылдан һуң ул зона кимәленә сыҡты, ҡатнашыусыларҙың географияһы Өфө, Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан, Туймазы, Благовар, Баҡалы, Бүздәк, Йәрмәкәй, Шаран райондарынан, Татарстандың һәм Ырымбур өлкәһенең бер нисә тораҡ пунктынан 55 башҡарыусыны үҙ эсенә алды. 2000 йылда Туймазы ҡалаһы Башҡортостандың һәм Татарстандың 27 ҡала-районынан килгән 72 йырсыны ҡабул итте. 2001 йылда ул төбәк конкурсы статусын алды. 2002 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың республика конкурсында 123 кеше ҡатнашты. 2005 йылда «Родина» мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә 163 ҡатнашыусы сыҡты. 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан ойошторолған бәйгелә илдең һигеҙ төбәгенән 170 башҡарыусы, шул иҫәптән республиканың 47 ҡала һәм райондары вәкилдәре ҡатнашты. 2009 йылда ла бәйгеселәр күп булды.

Дөйөм алғанда, 1997 йылдан «Оҙон көй» конкурсында Башҡортостандан, Татарстандан, Ырымбур, Төмән, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм башҡа төбәктәрҙән дүрт йәштән 88 йәшкәсә меңгә яҡын башҡарыусы үҙ көсөн һынап ҡараған. Бәйгелә оло йәштәгеләрҙең генә түгел, сәхнәгә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан йәш йырсыларҙың да сығыш яһауы башҡорт халыҡ йырының яңы һулыш алыуы, үҙ башҡарыусыларын табыуы, халыҡтар араһындағы ысын дуҫлыҡ күперенә әүерелеүе хаҡында һөйләй.

Конкурсанттар сәнғәт оҫталары менән бер сәхнәлә сығыш яһап, артабанғы үҫеш өсөн илһам һәм көс ала, тип хәбәр итте мәҙәниәт буйынса муниципаль йәмәғәт советы рәйесе Мөсәүир Камалетдинов.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb