Башҡортостанда тағы ла яңыртылған Мәҙәниәт йорто асыласаҡ

Башҡортостанда тағы ла яңыртылған Мәҙәниәт йорто асыласаҡ

Тиҙҙән Ауырғазы районында яңы Мәҙәниәт йорто асыласаҡ. Мәҙәниәт йорто Яңы Федоровка ауылында урынлашҡан.

Мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү маҡсатында яҡынса 1,5 млн һум аҡса бүленгән. Төҙөлөш эше урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә башҡарыла. Мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы, иҙәндәре, тәҙрә-ишектәре алмаштарыла, йылытыу системаһы яңыртыла.

Ауыл мәҙәниәт йортонан хәбәр итеүҙәренсә, яңыртылған мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы 29 декабрҙә үтәсәк. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb