Башҡортостанда Татарстан башҡорттары көндәре үтә

Башҡортостанда Татарстан башҡорттары көндәре үтә

Өфөлә 22-24 апрель көндәре  Башҡортостанда Татарстан башҡорттары көндәре үтә. Күрше республикала йәшәгән милләттәштеребеҙҙең мәҙәниәт көндәре уҙғарыу матур йолаға әүерелде.

 Сара бай эстәлекле программа менән үтәсәк. Ҡунаҡтарға музейҙар, мәҙәниәт ойошмалары, уҡыу йорттары һәм ҡаланың билдәле урындары буйлап экскурсия көтә.

Башҡортостан Милли музейында ил төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар көнкүреше темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола, ә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Татарстан башҡорттары сәнғәт оҫталары концерты үтә. 

Быға тиклем Өфөлә Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттарының мәҙәниәт көндәре үткәрелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb