Студенттар көнө алдынан Салауат башҡорт драма театры акция ойоштора. Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 22 ғинуарҙа Татьяна йәки Гөлшат исемле студент ҡыҙҙарға «Гөлшаян» комедияһын 100 һумға ҡарау мөмкинлеге бирелә.
Ташлама менән файҙаланырға теләүселәр студент билетын һәм шәхесте раҫлаусы документын күрһәтергә тейеш. Спектакль киске сәғәт 7-лә башлана.
«Гөлшаян» — татар драматургияһы классигы Мирсай Әмирҙең комедияһы. Спектаклде режиссер Илдар Вәлиев ҡуйған, рәссамы — Азамат Ғиләжев, композиторы — Илшат Хәлилов. Премьера 16 йыл элек, 2000 йылдың февралендә булды.
Сығанаҡ: "Башинформ"