Башҡортостанда ун кинозал барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостанда ун кинозал барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә кинозалдар тураһында фекерҙәре менән бүлеште:

- Башҡа төбәктәрҙә “Һеңлекәш”, “Өс таған отряды” һәм башҡа башҡорт фильмдарының афишаһын күреү шатлыҡлы. Республика кинематографистарының эштәре ил буйынса прокатҡа сыға, фестивалдәрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдә  наградалар ала. Ошо рәүешле Башҡортостан тарихын, йолаларын, туған телде  һаҡларға, йәш быуынды тәрбиәләргә ярҙам итәләр.

Башҡортостанда төшөрөлгән фильмдарҙы барыһы ла ҡарай алһын өсөн тырышабыҙ. Ошо маҡсатта  республикала кинозалдарҙы модернизациялайбыҙ. Федераль ярҙам арҡаһында ҡала һәм ауылдарҙа 47 кинозалды ҡабаттан йыһазландырҙыҡ. Быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса кино фонды республикаға тағы ла унауға  – Шишмә, Ауырғазы, Әбйәлил, Мәсетле, Учалы, Белорет, Ҡалтасы райондарына һәм Межгорье ҡалаһына аҡса бүләсәк. Яҡшы ғариза компанияһы алып барғандары өсөн коллегаларға ҙур рәхмәт.  

Шулай итеп, Башҡортостанда әлегә үҙҙәренең кинозалы булмаған 9 ғына район ҡала. Уларҙың барлыҡҡа килеүе йүнәлешендә артабан эшләйәсәкбеҙ. Әлегә унда даими рәүештә киномобилдәр сыға.

Әйтергә кәрәк, алдағы көндәрҙә беҙҙе “Башҡортостан” киностудияһынан бер нисә ҙур премьера көтә. Быйыл октябрь айында Булат Йосоповтың Рәми Ғариповҡа арналған “Шағир көндәлеге” трилогияһының өсөнсө өлөшө экрандарға сығасаҡ. “Бабич” һәм “Тәүге республика” тип исемләнгән тәүге ике фильмы  тамашасыларыбыҙға яҡшы таныш. Ғинуар каникулдарында башҡорт уҡсылары тураһында “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәтенең премьераһы көтөлә. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb