Былтыр ноябрҙә старт алған телевизион проекттың маҡсаты - бер быуат эсендә республика үҫешенә тос өлөш индереүселәр араһынан иң-иңдәрҙе билдәләү.
Конкурс комиссияһы һайлап алған 200 кандидат араһынан 100 шәхес өсөн тауыш биреү, 24 декабрҙән Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында иғлан ителде. Бөгөнгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, рейтингты 428 тауыш менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов аса. Күренекле яҙыусы Динис Бүләков менән Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Әхмәт-Зәки Вәлиди икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлешә. Тәүге ун шәхес исемлегенә шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов, Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәм композитор Салауат Низаметдинов инә. Башҡортостандың 100 шәхесе өсөн интернет тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БСТ телеканалы сайтында.