Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әхиәт Ғәйетбаев вафат

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әхиәт Ғәйетбаев вафат

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһындағы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар сәнғәт мәктәбе директоры, билдәле ҡурайсы Әхиәт Ғәйетбаев 62-се йәшендә вафат булды. Арҙаҡлы шәхес менән хушлашыу 11 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Баймаҡ районының Буранбай ауылында үтә.

Әхиәт Ғәйетбаев Өфө сәнғәт училищеһында билдәле ҡурайсы Ғата Сөләймәновта белем алған. Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары була, 2007 йылдан баш ҡаланың 9-сы балалар музыка мәктәбен етәкләй. Уның тырышлығы менән белем усағына педагог, музыкант һәм халыҡ йырсыһы Әҙеһәм Исҡужиндың исеме бирелә, ә 2020 йылдан мәктәп яңы бинаға күсә.

Талантлы ҡурайсы, оҫта музыкант һәм етәксе Әхиәт Ғәйетбаевтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb