Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова вафат

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова вафат

Республиканың мәҙәни донъяһы ауыр юғалтыу кисерҙе: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле хореограф-балетмейстер Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова вафат.

Гөлназ Аҡназарова 1962 йылдың 11 июлендә Баймаҡ районының Темәс ауылында донъяға килгән. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡтағы Башҡорт республика мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында, унан Башҡорт дәүләт университетында, Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында белем алған.

1993 йылдан яҙмышы Сибай менән бәйле. Ҡалалағы филармонияла «Сибай» халыҡ бейеү ансамбле булдырып, уның художество етәксеһе, бейеүсе булып танылған. Хеҙмәтенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған, ойоштороу һәләтенә эйә талантлы йәш белгескә артабан Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе бурысын ышанып тапшыралар. Гөлназ Вәкил ҡыҙы мәҙәниәт учреждениеһын юғары кимәлгә күтәреүгә, киң танытыуға өлгәшә.

2005-2016 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып эшләгән осоронда ла Гөлназ Аҡназарова Сибайҙағы мәҙәни тормош кимәлен күтәреүгә ҙур өлөш индерә, юғары һөнәри сифаттары уға күп әһәмиәтле саралар уҙғарып, һоҡланғыс һөҙөмтәгә өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

2017 йылдан алып Гөлназ Вәкил ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратында мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса белгес бурыстарын атҡарҙы . Күп йыллыҡ оло тәжрибәгә, ойоштороу һәләтенә эйә, башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрен, рухи ҡиммәттәрен тәрән белгән, киң ҡарашлы шәхес ҙур проекттарҙы, мәҙәни сараларҙы юғары кимәлдә үткәреүгә, тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерҙе.

Гөлназ Аҡназарова таланты, маҡсатҡа ынтылышлы, изге күңелле, төрлө ҡарашлы кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән кеше булып хәтерҙәрҙә ҡаласаҡ. Ул оптимизм, шатлыҡ һәм тормошҡа сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу менән айырылып торҙо. Гөлназ Вәкил ҡыҙының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова менән хушлашыу 13 февралдә иртәнге 9-сы яртыла Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb