Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Ситдиҡоваға – 70 йәш

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Ситдиҡоваға – 70 йәш

Бөгөн танылған шағирә, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991 – 1995), Башҡортостан Республикаһының 1 – 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты (1995 – 2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011 – 2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004 – 2011), Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Ситдиҡова күркәм юбилейын билдәләй.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында тыуған. Йөйәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, Белорет педагогия училищеһын, 1980 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә тәрбиәсе булып башлай. Артабан Белорет районы һәм ҡала гәзите «Урал»дың мөхәррире булып эшләй.

1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты була. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылышы Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы. 2004 – 2011 йылдарҙа республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләй.

Гүзәл Ситдиҡова ун ике китап авторы. «Ағинәйҙәр ҡоро» хәрәкәтендә ҡатнаша, башҡортса Википедия үҫешенә күп көс һала: даими рәүештә мәҡәләләр яҙа, төҙәтмәләр индерә; Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә Инкубатор проекттарын тулыландыра. 2017 йылда «Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан яҙыусының «Ҡолонсаҡ – арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. – Өфө, Китап, 2014. – 156 бит) китабы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде.

Республика Башлығы указына ярашлы, 2017 йылда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы «Ҡолонсаҡ – арғымыҡ булыр бер саҡ» китабы өсөн ете дәғәүәсе араһынан яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға бирелде.

Гүзәл Ситдиҡова «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урынды алды. 2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.

"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" мәғлүмәт порталы Гүзәл Рамаҙан ҡыҙын ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлай һәм уға оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb