Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Әнүәр Фәхретдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Әнүәр Фәхретдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Кисә Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Әнүәр Фәхретдиновҡа үҙе йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды.

Әнүәр Нуретдин улы Фәхретдинов 1928 йылдың 13 февралендә Пермь ҡалаһында тыуған. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы. 1942 йылдан алып Дүртөйлө колхоз-совхоз театры актеры, 1946 йылдан алып Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1965-1970 йылдарҙа педагог-репетитор, 1975-1978 йылдарҙа художество етәксеһе, 1986-1987 йылдарҙа Өфө хореография училищеһында педагог-хореограф булып эшләй. Юғары башҡарыу техникаһына, еңел һикереүгә, пластикалы тасуирлыҡҡа, сағыу ижади үҙенсәлеккә эйә бейеүсе була ул.

Әнүәр Фәхретдинов 1946-сы йылда Фәйзи Ғәсҡәров саҡырыуы буйынса Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә килә һәм коллективтың иң сағыу бейеүселәренең береһенә әүерелә. Ваҡытында Әнүәр Нуретдин улы “Өс ағай”, “Төнъяҡ Амурҙары”, “Бүләк”, “Әпипә” бейеүҙәрендә төп партияларҙы башҡара.

СССР һәм донъяның 40-тан ашыу илдәрендә гастролдәрҙә була, Дүртөйлө лә һәм Күмертау ҡалаларында балалар бейеү ансамблдәрен ойоштора.

Кисә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында Әнүәр Фәхретдиновтың ҡыҙы, яҡындары, уҡыусылары һәм Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле бейеүселәре ҡатнашты.

 

Г.Багаева

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb