Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы - башҡорт театр актёры, «Театр яҙы-2003» Республика фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»н башҡарыусы.
Гүзәл Хәсән ҡыҙы 1962 йылдың 8 ноябрендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә, әлеге көнгә тиклем шунда эшләй.
Актриса бөгөн театр сәхнәһендә барған барлыҡ спектаклдәрҙә лә тиерлек ҡатнаша. Ул уйнаған ролдәрҙең бер өлөшө:
Мәбрүрә («Аҫылйәр» музыкаль драмаһы, М. Фәйзи пьесаһы буйынса),
Октябрина («Мөхәббәткә кәртә юҡ», Н. Ғәйетбаев),
Мадам Труабаль («Минең ҡатынымдың исеме Морис», Раффи Шарт),
Ырыу башлығы («Ай тотолған төндә», М. Кәрим),
Әсә («Артур+Нэнси», Ә. Дилмөхәмәтова),
Шатмантамаҡ ҡарсыҡ («Алтын йөрәк», С. Сурин),
Аҡһылыу («Дала ҡыҙы», А. Йәғәфәров),
Әсә («Ҡыҙыл яулыҡлы тирәк», Сыңғыҙ Айытматов),
Әбей (ҡырғыҙ режиссеры һәм авторы Нурлан Абдыкадыровтың «Теләк бишеге» мәҫәле),
Элеонора Моратовна (“Һинһеҙ килгән яҙҙар”, З. Ҡадирова),
Катерина (“Йәш йөрәктәр”, Ф. Бурнаш), Шәмсиә (“Әсмә” Р. Фахретдин, Ш. Шәкүрова инсценировкаһы) һәм башҡалар.
Кинолағы роле:
«Ай ҡыҙы» нәфис фильмында Йәмилә роле (Ф. Бүләков сценарийы буйынса, режиссеры Ә. Нурмөхәмәтов).
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы Гүзәл Хәсән ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлай һәм ныҡлы һаулыҡ, тағы ла бик күп сағыу ролдәр, күңел тыныслығы теләй.