Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов юбилей концертын тәҡдим итә

Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов юбилей концертын тәҡдим итә

21 апрель көнө, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияның Ҙур залында -яратҡан музыкантыбыҙ, талантлы башҡарыусы, виртуоз-баянсы Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов юбилей концерты үтәсәк.

Хәлит Шәйех улы Фәтихов Илеш районындағы Исәмәт ауылында 1958 йылдың 20 мартында тыуған. 1978 йылдан алып Башҡорт дәүләт филармонияһының концертмейстеры булып эшләй. 1990 йылда Стәрлетамаҡта мәҙәни-мәғрифәт училищеһында уҡып сыҡҡан. Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм фиҙакәр хеҙмәте 1989 йылда — «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 2004 йылда «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр менән баһаланды.

Хәлит Фәтиховтың ижади һәләттәре һәм эшмәкәрлеге юғары профессионаллек, сағыу импровизация, виртуоз техника, ансамблде нескә тойоу менән айырылып тора. Ул — бик күп башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәренең баян өсөн эшкәртмәләре авторы. 1989 йылда Татар АССР-ында уҙғарылған Башҡорт АССР-ының әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Свердловск ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте байрамында ҡатнашҡан, 1997 һәм 2007 йылдарҙа — Мәскәүҙә, 2006 йылда Төркиәнең Истанбул ҡалаһында сығыш яһаған, СССР, Германия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә йөрөгән. 1997 йылда — Ҡазанда үткән «Татар йыры» халыҡ-ара конкурсында, 2008 йылда Өфөлә республикабыҙҙың филармониялар фестивалендә дипломант булған.

Байрам кисәһендә Шәйех улының иң яҡындары – улдары, шулай уҡ билдәле музыканттар Айнур һәм Илшат, тормош иптәше, юмор оҫтабикәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Фәтихова сығыш яһаясаҡ. Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb