Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй

Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй

16 майҙа Салауат дәүләт башҡорт драма театрында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңзилә Ҡотошованың 50 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сара үтә.

Кисәнең тәүге өлөшөндә тамашасылар «Ҡоҙалар-ҡоҙасалар» музыкаль комедияһын ҡарап ҡыуанасаҡ. Унда Минзилә Марат ҡыҙы төп ролдәрҙең береһен – Сараны башҡара. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Вәлиев.

Кисәнең икенсе өлөшөндә юбилярҙы коллегалары, яҡташтары, шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре ҡотлай.

Бынан тыш, актриса тыуған Миәкә районына гастроль ойошторорға йыйына: 22 апрелдә – Илсеғол ауылында, 23 апрелдә – Садовыйҙа, 25 апрелдә Ҡырғыҙ-Миәкәлә сығыш яһаясаҡ.

Минзилә Ҡотошова 1975 йылдың 30 апрелендә Бикҡол ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә, 1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә, унда «Актерлыҡ сәнғәте» һөнәрен үҙләштерә.

1997 йылда Минзилә Ҡотошова хеҙмәт юлын Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында башлай. 2015 йылдан Сибай концерт-театр берекмәһендә ҡуйыусы режиссёр, ә 2021 йылдан Салауат дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге йылдарында Минзилә Ҡотошова бик күп наградаларға һәм исемдәргә лайыҡ булды. 2006 йылда – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», ә 2024 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исемдәрен ала.

Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb