Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов 65 йәшлек юбилейын билдәләй

Башҡортостандың халыҡ артисы  Вәкил Йосопов 65 йәшлек юбилейын билдәләй

Сибай концерт-театр берләшмәһендә 21 февраль көнө Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вәкил Йосоповтың 65 йәшлек юбилей тантанаһы үтәсәк.

Сибай театрында оҙаҡ йылдар төрлө образдар тыуҙырып, артабан үҙе спектаклдәр ҡуйып, оҫта режиссер булараҡ танылды. Вәкил Барый улы Татарстандың Әлмәт, М. Фәйзи исемендәге, Ырымбур дәүләт театрҙарында әллә күпме спектакль ҡуйыуға өлгәшә. Ә “Сулпан” балалар театры директоры һәм художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, балалар өсөн дә әҫәрҙәр сәхнәләштерә.

Артистар араһында төрлөләре бар: берәүҙәр сәхнәлә ҡапыл балҡып һүнеүсән, икенселәрҙе, оҙаҡ йылдар эшләһә лә, тамашасы белмәй ҙә, танымай ҙа. Ә бар шундай таланттар — аҙ ғына ижад итеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ уларҙы алҡышлай, ҡабул итә, күңел түрендә йөрөтә. Башҡортостандың халыҡ артисы, Сибай дәүләт филармонияһы директоры Вәкил Йосоповты нәҡ ошо һуңғы төргә индерергә була.

Сибай дәүләт башҡорт драма театрында оҙаҡ йылдар төрлө образдар тыуҙырып, артабан үҙе спектаклдәр ҡуйып, оҫта режиссер булараҡ танылды ул. Вәкил Барый улы Татарстандың Әлмәт, М. Фәйзи исемендәге, Ырымбур дәүләт театрҙарында әллә күпме спектакль ҡуйыуға өлгәшә. Ә “Сулпан” балалар театры директоры һәм художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, балалар өсөн дә әҫәрҙәр сәхнәләштерә. Эскерһеҙ бала саҡ донъяһы яһалмалыҡты ҡабул итмәй, шуға күрә кескәйҙәр күңеленә барып етерлек, улар ҡабул итерлек спектаклдәрҙе һайлауы еңел булмаһа ла, тап Вәкил Йосопов етәкселек иткән йылдарҙа “Сулпан” балалар театры яңы күтәрелеш осорон кисерә. Ә 2005 йылда тырыш етәксе Сибай дәүләт филармонияһының директоры итеп үрләтелә.

Вәкил Йосопов 1952 йылда Баймаҡ районының Әмин ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Алты бала араһынан иң шаяны, тиктормаҫ булыуы өҫтөнә кескәй сағынан уҡ күңеле моңға тартыла. Еңгәйҙәре әйтеүенсә, бер ваҡыт шулай бар донъяһын онотоп йырлап торғанда, ултырғыстан баштүбән иҙәнгә ҡолап төшкән. “Бер төрлөрәк булып ҡалмаһа ярар ине”, тип тегеләренең ҡото оса. Бер төрлө булып ҡалмай-ҡалыуға, әммә сәнғәт тигән “ауырыу” йоҡтора.

Башланғыс белемде тыуған ауылында алып, артабан уҡырға күрше Темәс урта мәктәбенә юллана. Талантлы, оҫта ойоштороусы, һүҙгә маһир егетте, туғыҙынсы класты бөткәс, уҡыусы булыуына ҡарамаҫтан, Әмин клубына мөдир итеп ҡуялар. Бер юлы уҡып та, эшләп тә йөрөгән Вәкил Йосопов өсөн сәнғәт тормошо ана шулай башланып китә. Әммә, ни өсөндөр, ул бер ваҡытта ла артист булырға хыялланмай.

Тик яҙмышты белеп булмай шул: ул йылды күренекле режиссер Бакиров Өфө сәнғәт институтына һәләтле балалар йыйып йөрөгәндә, Вәкил Йосоповты осрата. Уны төрлөсә һынап, тикшергәндән һуң, мотлаҡ Өфөгә килергә, сәнғәт юлынан китергә кәңәш бирә. Шулай итеп, Вәкил Йосопов сәнғәт институтының театр бүлегендә уҡый башлай. Һабаҡташтарынан да уңа: Зифа Баязитова, Рим Сәйфуллин, Хисмәтулла Дәүләтов менән артабан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында хеҙмәт юлын башлай.

Вәкил Йосоповтың тәүге роле төркмән яҙыусыһы Мөхтәровтың “Шайтан тоҡомо” драмаһындағы Садиҡ була. Тамашасы уны йылы ҡабул итә. Театрҙа өс тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә Башҡортостандың халыҡ артисы һикһәндән ашыу сағыу образ тыуҙыра. Р. Янбулатованың “Байрамбикә” драмаһында — инглиз Дэвид, Х. Ибраһимовтың “Башмағым” комедияһында — Кәрим бай, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” комедияһында — Ғәлим һәм башҡа әҫәрҙәрҙә бик күп роль башҡара. Актер Вәкил Йосопов һынландырған образдар тетрәндерә лә, көлдөрә лә, хәсрәткә лә һала. http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/2076-uyshtary-mrtble-nite-izge.html


Сибай концерт-театр берләшмәһе сәхнәһендә Вәкил Йосоповтың 65 йәшлек юбилейына арналған тамаша 21 февраль 19.00 сәғәттә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb